Стәрлетамаҡтың рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры Өфөлә патриотик рухтағы тамаша күрһәтте

Стәрлетамаҡтың рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры Өфөлә патриотик рухтағы тамаша күрһәтте

15 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының гастролдәре үтте. Коллектив Өфө тамашасыһын «Рус күңеленең моңо» («Музыка русской души») программаһы менән ҡыуандырҙы. Баш дирижёр Артем Болотов дирижерлыҡ итте.

Концерт программаһына Ватанға һөйөү һәм уның күп милләтле халҡының берҙәмлек рухы менән һуғарылған рус халыҡ көйҙәре һәм Рәсәй композиторҙары әҫәрҙәре ингән. Николай Инякиндың «Һабантуй» сюитаһынан ике өлөш, шулай уҡ Назар Нәжми һүҙҙәренә һәм Заһир Исмәғилев көйөнә «Урман шаулай, минең урманым» башҡорт йыры үҙенсәлекле яңғыраш алды. Оркестр һәм филармония солистары башҡарыуындағы Ольга Серябкина һүҙҙәренә һәм Максим Фадеев көйөнә яҙылған «Йәшә, минең илем» («Живи, моя страна») йыры кисәнең иң сағыу мәленә әүерелде.

«Республикала симфоник оркестр ҙа, халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ла бар, ә беҙҙең оркестрҙың үҙенсәлеге нәҡ рус моңонда. Бөгөн Рәсәй образын сағылдырған әҫәрҙәр яңғыраны, сөнки беҙ халыҡта илһөйәрлек, Ватанға һөйөү тәрбиәләргә һәм уның берҙән-бер икәнлеген, ошондай төрлө һәм күп милләтле кешеләрҙе берләштереүен аңлатырға тейешбеҙ», - тип һөйләне «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»на Лира Әнүәр ҡыҙы.

Оркестрҙың алыштырғыһыҙ солисы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Елена Калинина, талантлы башҡарыусылар Айгиз Уйылданов, Гүзәл Татлыбаева һәм Адель Кәримова тамашасыларҙы йырҙары менән ҡыуандырҙы.

Өфө халҡы Стәрлетамаҡ коллективын йылы ҡабул итте, артистарҙың һәр сығышын алҡышлап ҡаршы алды. Оркестр Александр Широков эшкәртеүендәге «Быйма» рус халыҡ йыры көйөн “бис”ҡа уйнаны. Тамашасылар араһында БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов та бар ине.

Рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының концерты Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Өфөләге гастролдәрен асып ебәрҙе:

26 мартта башҡорт дәүләт драма театры Өфө «Нур» татар дәүләт театры сәхнәһендә «Эх, күгәрсенкәйҙәрем...» спектаклен тәҡдим итә;

29 мартта Бейеү театры Өфө тамашасыһына М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Һәр бейеүҙә - халыҡ рухы» концертын күрһәтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb