Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Табын» башҡорт халыҡ ижады коллективы республика буйлап гастроль турҙарын башлай. 21 ноябрҙә - Ҡыйғы районы, 22 ноябрҙә - Дыуан районы, 23 ноябрҙә - Салауат районы. Тамашасылар хөкөмөнә коллектив күренекле шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында спектакль тәҡдим итә.
Сценарий авторы - «Табын» башҡорт халыҡ ижады коллективы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры актеры, йырсы Илнур Лоҡманов.
Спектакль аша тамашасылар уның олуғ шағир, дин әһеле, мәғрифәтсе, башҡорт халҡының данлыҡлы улы Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижадына байҡау яһай ала. Тормош юлында төрлө ҡаршылыҡтар һәм һынауҙар күп булыуға ҡарамаҫтан, Аҡмулла тарихта һәм әҙәбиәттә тәрән һәм яҡты эҙ ҡалдыра алған.
Билеттарҙы Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында алырға мөмкин: https://rcntrb.com/ru/anons/meropriyatiya-po-pushkinskoj-karte .
«Пушкин картаһы» ғәмәлдә.