«Тамыр» балалар телеканалы юбилейын билдәләй

«Тамыр» балалар телеканалы юбилейын билдәләй

«Тамыр», балалар телерадиостудияһы булараҡ, 1992 йылдың 2 мартында ойошторолған. 30 йыл эсендә «Тамыр» радиола һәм телевидениела берешәр тапшырыуҙан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының ҙур телерадиоструктураһына әүерелде. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, компанияның радиоканалдарында үҙҙәре етештергән тиҫтәләгән сифатлы балалар тапшырыуҙары бара.

2010 йылдың 2 декабрендә республиканың кабель селтәрҙәрендә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының тәүлек әйләнәһенә тапшырыуҙары эфирға сыға башланы. Телеканалдың программаһын үҙҙәре төшөргән, шулай уҡ башҡорт теленә тәржемә ителгән анимация һәм документаль фильмдар тәшкил итә.

«Тамыр» дөйөм Рәсәй киңлегендә туған телгә һәм туған мәҙәниәткә нигеҙләнгән тәрбиәнең сағыу өлгөһөнә әүерелде. Бөтә Рәсәйҙә «Тамыр» телеканалын сифатлы контент етештергән профессиональ оҫтахана булараҡ беләләр һәм баһалайҙар. Балалар телеканалы төшөргән фильмдар һәм программалар тиҫтәләрсә халыҡ-ара фестивалдәрҙә еңеү яуланы. «Тамыр»ҙың иҫәбендә туғыҙ статуэтка бар: Рәсәйҙең «ТЭФИ-Төбәк» юғары телевизион премияһының Бронза Орфейы. 2016 йылда «Тамыр» телеканалы юлдаш, кабель һәм интернет телевидениеһы өлкәһендә «Алтын нур» милли премияһының «Балалар телеканалы» номинацияһында еңеү яуланы.

Һуңғы йылдарҙа «Тамыр» яңы һулыш кисерә - төбәк бюджеты сиктәрендә үҙенсәлекле күләмле проекттар әҙерләй. "Бирешмә!" (2 миҙгел) һәм "Ышан" үҫмерҙәр өсөн сериалдары , «Нурбостан» анимация сериалы; «Елкан» беренсе башҡорт классик музыкаһын башҡарыусылар телевизион конкурсы; «Бирешмә!» беренсе балалар премияһы, «Бишек» бишек йырҙары телевизион конкурсы; «Кош юлы. Балалар» йәш башҡарыусылар конкурсы, документаль фильмдар, телеконкурстар, фильм-әкиәттәр әҙерләнә.

«Тамыр»  йәшәү мәктәбе һәм балалар, үҫмерҙәр өсөн шатлыҡ сығанағы, ата-әсәләр, уҡытыусылар өсөн терәк һәм ярҙамсы булды. Тамыр" проекты үҙенең проекттары менән балаларҙы йәнле аралашыуға саҡыра, ғүмерҙе яратырға һәм ҡәҙерләргә өйрәтә. Балалар бөтә теле- һәм радиопрограммаларҙы төшөрөүҙә туранан-тура ҡатнаша. «Тамыр» үҙ проекттары менән балаларҙы йәнле аралашыуға саҡыра, тормошто яратырға һәм ҡәҙерләргә өйрәтә.

Юбилейың менән һине, «Тамыр»!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb