Күгәрсен районында «Ҡайтыу юлы» тип исемләнгән документаль фильмдың исем туйы үтте. «Тамыр» телеканалы төшөргән фильмды тәүгеләрҙән булып яугирҙың яҡташтары ҡараны.
Картина Сталинград өсөн алышта һәләк булған Хәйбулла Хисмәтуллин хаҡында. Күгәрсен районында тыуып-үҫкән яугир 228-се штурм авиация дивизияһының 694-се штурм авиация полкы летчигы булып хеҙмәт иткән. 1942 йылда яҡындары алған «ҡара ҡағыҙ»ҙа Хәйбулла Хисмәтуллин дошмандың 26 танкыһын, 22 автомашинаһын һәм бер самолетын юҡ итеүе тураһында бәйән ителгән. Эҙәрмәндәр отряды тарафынан 78 йылдан һуң табылған летчик-штурмлаусы былтыр тыуған төйәгендә ерләнде.
Хәйбулла Хисмәтуллинға арналған фильм премьераһынан һуң, тамашасылар летчик-штурмлаусы ерләнгән урынға зыярат ҡылды.