Бөгөн, 14 декабрҙә, Башҡортостандың Милли музейында III «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәренән торған күргәҙмә асылды һәм "Башҡорт халыҡ милли кейеме фотографияларҙа һәм реконструкцияларҙа" китабының исем туйы уҙҙы. Сара Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына һәм Башҡорт теле көнө арналды.
Музейҙағы экспозицияла Өфө, Мәскәү, Ишембай, Учалы ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Бөрйән, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Ейәнсура, Учалы, Нуриман, Балаҡатай райондарынан финалға сығыусыларҙың, оҫталарҙың, костюмдар буйынса рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың эшен күрергә мөмкин.
Күргәҙмә 2023 йылдың ғинуар урталарына тиклем дауам итә. Уның сиктәрендә 15-25 декабрҙә «Тамға» конкурсы лауреаттарынан күкрәккә таға торған биҙәүестәр һәм башҡорт ир-егеттәренең баш кейемен эшләү, күлдәк һәм камзул тегеү буйынса буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Дәрестәр Башҡортостан Республикаһы Милли музейының йыйылыштар залында үтә.
Билеттарҙы Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында һатып алырға мөмкин. «Пушкин картаһы» ғәмәлдә.
Ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың Милли музейы, «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре, «Планетамолл-Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.