"Тамға" III халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына ғаризалар ҡабул итеү 2022 йылдың 10 сентябренә тиклем оҙайтылды.
Конкурста гран-при яулаусыға 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырыласаҡ.
Сарала ҡатнашыуға 16 йәштән өлкән оҫталар, костюм буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, профилле юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырыла. Конкурс биш номинацияла үткәрелә:
* Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция;
* Заманса автор костюмы;
* Балалар кейеме;
* Башҡорт милли биҙәүестәре;
* Башҡорт традицион костюм аксессуарҙары.
Конкурс быйыл өсөнсө тапҡыр һәләтле оҫталарҙы асыҡлау һәм уларға башҡорт милли кейемен булдырыуҙа ярҙам итеү, мәҙәниәт йүнәлешендәге башҡа яңы ижади эштәрҙе күрһәтеү маҡсатында уҙғарыла. Ул тәүге тапҡыр 2020 йылда үткәрелгәйне.
Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Башҡортостан Республикаһының «Ағиҙел» башҡорт халыҡ кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы, «Планетамолл-Уфа» яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы.
Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)289-66-47, 8-927-337-04-96.