Башҡортостандың музыкаль сәнғәте һәм мәҙәниәте оло юғалтыу кисерҙе – 2022 йылдың 16 майында, һикһән өсөнсө йәше менән барғанда, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың халыҡ артисы, танылған баянсы Ридик Фәсхетдинов вафат булды.
Ридик Әхмәт улы менән хушлашыу 2022 йылдың 18 майында иртәнге сәғәт 11-ҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 58) үтә.
Ридик Фәсхетдинов 1940 йылдың 16 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. 1962 йылда Өфө сәнғәт училищеһының халыҡ инструменттары кафедраһын «Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлай. Шул уҡ йылда башҡорт дәүләт филармонияһының Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә концертмейстер булып эш башлай. 1975 йылдан 2004 йылға тиклем филармонияның баянсы-солисы булып эшләй.
2004 – 2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры солисы була, йәштәрҙең остазына һәм профессиональ оҫталыҡтың сағыу өлгөһөнә әүерелә.
Ридик Фәсхетдинов Башҡортостандың милли сәнғәтен халыҡ-ара музыкаль майҙандарҙа әүҙем таныта, республиканың алдынғы солистары менән бергә Европа, Азия, Африка һәм Көньяҡ Американың 60-тан ашыу иленә сәйәхәт ҡыла.
Музыка сәнғәте өлкәһендәге ижади һәм һөнәри ҡаҙаныштары өсөн бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә, шулай уҡ «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», «БАССР-ҙың халыҡ артисы», «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» тигән юғары исемдәргә эйә була.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлаша.