Татарстанда “Сөмбөлә” башҡорт йола байрамы менән таныштылар

Татарстанда “Сөмбөлә” башҡорт йола байрамы менән таныштылар

Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһында "Урал" башҡорт автономияһы йәмғиәте һәм 38-се һанлы балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре "Сөмбәлә" башҡорт фольклор-йола байрамы ойошторған. Байрамда ҡаланың 11 мәктәбе уҡыусылары һәм Түбәнге Кама химия технология институты студенттары ҡатнашҡан.

Сараны Рита Ғәтиәтуллина етәкселек иткән "Сал Урал" фольклор ансамбле, балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән "Сөмбәлә" музыкаль композицияһы биҙәгән.

"Йыр-бейеүҙән торған байрам барыһына ла оҡшаны," - ти Түбәнге Кама ҡалаһының "Урал" милли автономияһы йәмғиәте рәйесе Ғәли Хәсәнов.

Татарстанда “Сөмбөлә” башҡорт йола байрамы менән таныштылар
Татарстанда “Сөмбөлә” башҡорт йола байрамы менән таныштылар

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb