Таусылар ҡалаһы Сибайҙа «Шахтёр» психологик драмаһын ҡуялар

Таусылар ҡалаһы Сибайҙа «Шахтёр» психологик драмаһын ҡуялар

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры йәш драматург Баныу Ҡаһарманованың «Шахтёр» исемле пьесаһын сәхнәгә сығарырға йыйына.

Спектаклде Сибай театры режиссеры Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Р. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Дамир Ғәлимов ҡуя.

«Пьеса тәү ҡарамаҡҡа ябай тойола, әммә асылда ул ҡатмарлы психологик драма. Шуныһы менән дә иғтибарҙы йәлеп итте. Унда шахтер ғаиләһендәге мөнәсәбәттәр, ғөмүмән, хәүефле производствола эшләгән кешеләрҙең тормошо сағылдырыла. Тамашасыларға шахтер һөнәренең ни тиклем ауыр һәм кәрәкле икәнлеген күрһәткебеҙ килә», - ти режиссер Дамир Мәжит улы.

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Баныу Ҡаһарманова таусылар ҡалаһы театры менән тәүге тапҡыр ғына хеҙмәттәшлек итмәй. Былтыр пандемия осоронда сибайҙар уның пьесаһы буйынса «Их, йәшәүҙәре рәхәт!» комедияһын тәҡдим ите.

«Һәр әҫәрем йөрәк аша үтә, әммә "Шахтёр" ижадымда айырым урын алып тора. Пьеса ябай шахтёр ғаиләһе тураһында. Ләкин ир менән ҡатындың мөнәсәбәттәре һәр ғаиләгә ҡағылған кеүек – ваҡиғаларҙа тормош сағылған. Мин һәр геройымды, улар ниндәй булһа ла, яратам. Тамашасылар ҙа уларҙы аңлар, үҙ итер, тип уйлайым», - ти драматург.

Спектаклдең үҙенсәлекле биҙәлеше өҫтөндә Сибай театрының яңы баш рәссамы – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың театр сәнғәте өлкәһендәге «Тантана» дәүләт премияһы лауреаты Валерий Яшкулов эшләй.

Көйҙө ситтән саҡырылған композитор Илсаф Вәдүтов ижад итә.

«Шахтёр»ҙың премьераһы 27-28 октябрҙә Сибай театры сәхнәһендә уҙасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb