Февралдең тәүге көнөндә «Тел ғаиләнән башлана» проекты сиктәрендә өсөнсө ролик сыҡты. Проект республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Видеороликтарҙы М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ижади төркөмө төшөрә.
Проекттың авторҙары: Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, кинорежиссер Руслан Юлтаев һәм театрҙың әҙәби бүлегенең баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова.
Руслан Юлтаев һүҙҙәренсә, башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлауға йүнәлтелгән проект халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
«Тәүге ролик уҙған йылдың декабрендә донъя күрҙе. Ике айҙа тиерлек уны 620 меңдән ашыу кеше ҡараған. Был күптәрҙең туған телдәр мәсьәләһенә битараф булмауы хаҡында һөйләй», - ти кинорежиссёр.
Хөрмәтулла Үтәшев билдәләүенсә, проект сиктәрендә 2 - 5 минутлыҡ биш ролик төшөрөлгән. Ҡалған ике ролик 21 февралдә билдәләнеүсе Халыҡ-ара туған тел көнө алдынан сығарыласаҡ.
«Донъяла 7 меңдән ашыу тел иҫәпләнә, уларҙың яртыһына юғалыу хәүефе янай. Беҙ тамашасыларға, туған телде һаҡлау һәр беребеҙгә бәйле, тип әйтергә теләйбеҙ. Бала саҡтан тап ғаиләлә туған телгә һәм тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү мөһим», - тип иҫәпләй Хөрмәтулла Ғаззали улы.
Социаль видеороликтарҙың сценарий авторы Динара Кәримова әйтеүенсә, сюжеттар уйлап сығарылмаған, ә тормоштан алынған.
Видеосюжеттарҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Миңзәлә Хәйруллина, Илсур Байымов, Хөрмәтулла Үтәшев, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Ғәлимов, Милена Сираева, Зиләрә Юлтаева, Алһыу Бәхтиева, Ирада Ҡадирова, Айнур Ғәбитов, Лилиә Сәғитова, Илүзә Итекәева, шулай уҡ артистарҙың балалары Гүзәлиә Ғәлимова, Айлина Ҡәйүмова, Әмир Ишаев ҡатнашҡан.
«Педиатр» исемле яңы видеороликты театрҙың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә ҡарарға мөмкин.