Тиҙҙән Сибай дәүләт башҡорт драма театрында "Их, күгәрсенкәйҙәрем!" лирик комедияһы премьераһы буласаҡ

Тиҙҙән Сибай дәүләт башҡорт драма театрында "Их, күгәрсенкәйҙәрем!" лирик комедияһы премьераһы буласаҡ

7-8 февралдә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Ф.Бүләковтың "Их, күгәрсенкәйҙәрем!" лирик комедияһы премьераһы үтәсәк. 

Еңел булмаған тормош юлы үткән, үткәндәрен уйлап, үҙҙәрен йыуатыуҙан ҡасҡан, һөйөп-һөйөлөп йәшәргә теләгән дүрт әхирәт тураһында яҡты, тетрәндергес, шул уҡ ваҡытта ябай спектакль… Әхирәттәрҙең йәше үтеп барыуға ҡарамаҫтан, өмөттәре һүнмәгән. Бына өйлө кейәү пәйҙә була. Кемдең өлөшөнә төшөр көмөш ул? Әҫәрҙә күтәрелгән тема һәр быуын өсөн көнүҙәк: тормош хаҡында, һәр кемдең камил һәм камил булмаған ҡылыҡтары тураһында уйландыра.

Ролдәрҙә: Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова, Нурзиә Әбдрәшитова, Риф Сәйфуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әлфирә Йосопова, Айгөл Хәкимова.

Спектаклде сәхнәгә әҙерләүсе төркөм: ҡуйыусы режиссер - Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, режиссер - Денис Нурғәлин, ҡуйыусы рәссам – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов, композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, балетмейстер – Фәйрүзә Сәлимгәрәева.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb