26 февралдә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры сәхнәһендә танылған рус яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» әкиәте буйынса балалар спектакленең премьераһы үтә.
Иҫ киткес сит илдәр, сихырланған шаһзат һәм бар донъяла булмаған алһыу сәскә тураһында әкиәт. Ул миһырбанлылыҡты, фиҙаҡәрлекте һәм яуызлыҡты еңә алған ысын мөхәббәтте данлай.
Спектакль өҫтөндә ҡуйыусы режиссер - Владимир Полторак, рәссам - Ләйсән Ғарипова, музыкаль биҙәлеш - Тимур Әхмәтйәнов ҡатнашлығында команда эшләне.