Туймазы дәүләт татар драма театры юбилейлы ижад миҙгелен Рафаил Фәтиховтың пьесаһы буйынса "Ҡәҙерле кейәү" комедияһы менән тамамланы, режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм сәнғәт эшмәкәре Илдар Вәлиев. Спектаклдең премьераһы 31 майҙа үткәйне.
Театрҙың матбуған хеҙмәтендә уҙған ижад миҙгеленең иң сағыу ваҡиғаларын барланылар. Йыл дауамында коллектив иң яҡшы спектаклдәре менән Башҡортсотандың Туймазы, Шаран, Саҡмағош, Бүздәк, Благовар райондарында, Өфө, Октябрьский ҡалаларында һәм күрше Татарстан Республикаһының ҡала һәм райондарында гастролдә булған.
2021 йылда театр «Пушкин картаһы» проектына ҡушылған һәм йәш тамашасыларының һанын арттырған.
2022 йыл коллектив өсөн яҡшы яңылыҡтан башланды: Туймазы театры режиссеры итеп Айҙар Зарипов тәғәйенләнде. Айҙар Марат улы 2007 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын «Актерлыҡ сәнғәте» белгеслеге буйынса, ә 2019 йылда Евгений Вахтангов исемендәге Дәүләт академия театры ҡарамағындағы Борис Щукин исемендәге Театр институтын «Театр режиссеры» белгеслеге буйынса тамамлаған. Айҙар Зарипов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Туймазы театрында өр-яңы ике спектакль сығарырға өлгөрҙө.
Уҙған миҙгелдә Туймазы театры Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының «Театр тәнҡитселәренең төбәк театрҙарына командировкаһы» грантын отто. Күптән түгел сығарылған спектаклдәргә ентекле анализ алыу маҡсатында, проект сиктәрендә театрға театр белгесе, «Современная драматургия» журналы мөхәрририәте ағзаһы, «Вахтанговец» гәзитенең баш мөхәррире Валентина Федорова саҡырылды. 11-14 апрелдә билдәле театр тәнҡитсеһенә биш спектакль күрһәтелде.
Шулай уҡ коллектив «Театрҙар өсөн белгестәр» мәғариф проектында еңеүсе булды. Белгестең килеүе 2022 йылдың ноябрендә көтөлә.
Быйыл мартта театр директоры Руслан Вәхитов бәләкәй һәм ҙур булмаған ҡалалар театрҙары директорҙары һәм художество етәкселәре өсөн «Алтын битлек» белем биреү программаһында ҡатнашты. Ошо уҡ айҙа коллектив «AРTылышFEST» республика театр фестивалендә уңышлы сығыш яһаны.
Киләһе 31 миҙгелде асыу тантанаһы көҙ буласаҡ тип көтөлә.