Туймазы дәүләт драма театрында 2 ноябрҙә көнө Лилия Искужина пьесаһы буйынса «Өс мөхәббәт тарихы” исемле спектакль күрһәтеләсәк.
Күңелле мажараларға бай музыкаль комедия мөхәббәт хаҡында. Өс дуҫ егеттең мөхәббәткә ышаныстары юғала. Шунлыҡтан улар “Ғашиҡтар көнөнә” лә көлөп кенә ҡарай башлайҙар. Бер ваҡыт егеттәрҙең баштарына ҡыҙыҡлы уй килә: ҡыҙҙарҙы ашауҙан-эсеүҙән яҙырлыҡ итеп үҙҙәренә ғашиҡ итергә! Кем шул ниәткә беренселәрҙән булып ирешә, шул еңеүсе була.
Егеттәр пландарын ысынға ашырып ҡына ҡалырҙармы, әллә инде үҙҙәре лә һиҙмәҫтән мөхәббәт диңгеҙенә кереп сумарҙармы?
Сәхнә әсәренең режиссеры—Илнур Муллабаев. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле ролдәрҙе театрҙың талантлы, йәш артистары-
Марат Хәсәнов, Динара Вахитова, Сулпан Раянова, Әлфиә Ғайсарова, Руслан Вахитов, Марат Хәсәнов, Марсель Мөсәүиров башҡара.