«Түңгәүер» бейеү ансамбле бейеү сәнғәтен һөйөүселәрҙе 23 ғинуарҙа киске сәғәт 5-тә Нефтекама дәүләт филармонияһы сәхнәһендә мауыҡтырғыс концерт программаһына саҡыра.
Сағыу концерт программаһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара Сәфәрова етәкселегендәге “Түңгәүер” бейеү ансамбле үҙенең ижадын һөйөүселәр өсөн ансамблдең «алтын фонды»нан иң сағыу хореографик композицияларҙы - Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлекле милли бейеүҙәрен, шулай уҡ туғандаш халыҡтарҙың бейеүҙәрен тәҡдим итәсәк. Билеттарҙы “Пушкин картаһы” буйынса һатып алырға мөмкин.
«Түңгәүер" бейеү ансамбленә – 25 йыл. Ошо ваҡыт эсендә коллектив йөҙҙәрсә концерт биргән, бөтә Рәсәйҙе тиерлек урап сыҡҡан. Бөтә Рәсәй конкурстары һәм халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты, Италияла, Төркиәлә, Эстонияла, Балтик буйында, Венгрияла һәм Францияла абруйлы халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә күп тапҡыр ил исеменән сығыш яһаны. Репертуарҙа 40-тан ашыу бейү иҫәпләнә», - ти ансамбль етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гөлнара Сәфәрова.
Билеттар – филармония кассаһында һәм сайтында https://ufa.kassy.ru/events/koncerty-i-shou/2-16471/buy/
Пушкин картаһы ғәмәлдә.