Түңгәүерҙәрҙең боронғо ауылы Ҡашҡарҙа "Минең ауылым тарихы" тигән халыҡ байрамы һәм ырыуҙаштар йыйыны үтте. Сарала Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Хәйбулла райондарында йәшәгән түңгәүерҙәр йыйылды.
Йыйында Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова, Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе, "Артстудия"Проект" йәмғиәте директоры Гүзәл Яубаҫарова, Түңгәүер ырыуының ҡор башы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм башҡалар ҡатнашты.
Тәүҙә Ҡашҡар ауылына нигеҙ һалған Ҡашҡар Мамытовҡа стела асылды. Йыйын ошо ауылда тыуып үҫкән фронтовик шағир Әмир Моратовтың һүҙҙәренә композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфҡәт Шәрипов ижад иткән "Түңгәүер гимны" менән башланды. Артабан Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, ырыуҙаштар ағас ултыртыуҙа ҡатнашып, ауыл уртаһындағы аллеяны асты.
Крепостной Йылайыр буйында драматург, журналист Сәрүәр Суринаның сценарийы буйынса ҡуйылған "Минең ауылым тарихы" тигән йөкмәткеле тамаша күрһәтелде. Унда Ҡашҡарҙың данлы тарихы сәхнәләштерелде.
Йыйындың пленар өлөшө ауылдың мәҙәниәт һәм ял йортонда дауам итте, ырыу тарихы, киләсәге хаҡында төрлө сығыштар булды, фекерҙәр яңғыраны. Ошонда уҡ тиҙҙән Учалыла үтәсәк Табын ырыуы йыйыны вәкилдәренә штандарт тапшырылды.
Сарала Түңгәүер ырыуының яңы Советы һайланды. Ҡор башы булыу өсөн йәнә Хөрмәтулла Үтәшевкә ышаныс белдерелде. Әйткәндәй, киләһе йыл түңгәүерҙәр йыйыны Әбйәлил районында үтәсәк.