Учалы районының Һәйтәк ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» , Мәҙәниәт йортоноң 50 һәм «Арғымаҡ» халыҡ театрының 70 йыллыҡ юбилейҙары билдәләнде

Учалы районының Һәйтәк ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» , Мәҙәниәт йортоноң 50 һәм «Арғымаҡ» халыҡ театрының 70 йыллыҡ юбилейҙары билдәләнде

"Яйыҡ” гәзите хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Учалы районының Һәйтәк ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы үтте. Сара сиктәрендә шулай уҡ Һәйтәк мәҙәниәт йортоноң 50 һәм «Арғымаҡ» халыҡ театрының 70 йыллыҡ юбилейҙары ла билдәләнде. Был көндә байрамға тип ашҡынып, алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан туғандар, дуҫ-иштәр, ырыуҙаштар осрашты. Төрлө тарафтарҙа матур итеп донъя ҡорған, мәртәбәле урындарҙа эшләгән ауылдаштарын ҡаршылау өсөн әҙерлек эштәре алдан башланы һәйтәктәр.

Халыҡ йорт-ҡураһын ипкә килтерҙе, төҙөкләндерҙеләр, буянылар. Ауылдың күпселек өлөшөнөң төҙөкләндереүгә дәррәү ҡушылыуы күңелде күтәрҙе. Буяуҙары яңыртылған, гөл-сәскәләргә күмелгән, төҙөк, йыйнаҡ йорттар ысын мәғәнәһендә ауылдың йәме булып ултыралар.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғандан һуң халыҡ мәҙәниәт йортона ағылды. Алтын юбилейын билдәләгән мәҙәниәт усағында бөгөнгө көндә лә тормош гөрләй. Бында үҙ эшен яратҡан хеҙмәткәрҙәр эшләй. Ауылда байрам-саралар йыш уҙғарыла, мәҙәни тормош ҡайнап тора. «Арғымаҡ» театры ла аҡһаҡал йәшенә етеүенә ҡарамаҫтан, бер ҙә бирешергә уйламай, сәскә атыу өҫтөндә. Тамашасыларын яңы спектаклдәр менән шатландыра. Театрҙың ветераны, аҡһаҡалы һәм етәксеһе Фәнит Шаһиев сәнғәткә бар күңеле менән бирелгән кеше, актерҙары төрлө һөнәр кешеләре, бик дәрт-дарманлылар, һәр сығыштарында ролдәрен бирелеп башҡаралар. Үҙҙәренә алмаш әҙерләүҙәре лә һөйөндөрә.
Мәҙәниәт усағы алдында ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, буҙа, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Һуңынан халыҡ клуб ҡаршыһындағы стелаға йүнәлде, бөгөн беҙ тарихи әһәмиәтле ваҡиғаның шаһиты булдыҡ. Тыл ветерандары иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Был тәңгәлдә ҙур эҙләнеүҙәр алып барған, ауылының тарихын өйрәнеүгә бар көсөн һалыусы уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Фәнүр Шаһиевтың хеҙмәте ҙур. Фәнүр Фәнит улы «Һәйтәк ауылы тарихы» тип исемләнгән китап та нәшер итте. Унда ауылдың тарихы, кешеләре тураһында ентекләп яҙылған. Китапҡа мәғлүмәт туплау еңел бирелмәй үҙенә. Төрлө сығанаҡтарға таянырға, быуаттар төпкөлөнә байҡау яһарға, бер туҡтауһыҙ эҙләнергә тура килә.

Ошондай саралар тыуған илгә, кесе Ватаныбыҙға һөйөү, халҡына ихтирам, туғандарына иғтибар тәрбиәләй. Ауылдарҙа байрамдар уҙғарылып торһон, ауылдаштар менән киләсәктә лә бергә йыйылып осрашырға насип булһын.





 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb