«UFTANMA» ижадханаһының сираттағы кисәһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арнала

«UFTANMA» ижадханаһының сираттағы кисәһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арнала

7 февралдә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрындағы «UFTANMA» ижадханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы кисә була.

Рәми Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә тыуған. 2022 йылда республика етәксеһе указы менән уның 90 йыллығы билдәләнә.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, «UFTANMA» ижадханаһына шағирҙың вариҫтары, актерҙар, Булат Йосоповтың «Рәми Ғарипов. Шағир көндәлеге» нәфис фильмы авторҙары, шағирҙың ижадын һөйөүселәр саҡырылған. Йәштәр театры актерҙары башҡарыуында Рәми Ғариповтың шиғырҙары һәм уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғырай.

Санитар-эпидемиологик хәлдең тотороҡһоҙ булыуы сәбәпле, тамашасылар һаны сикле. Сарала ҡатнашырға теләгәндәр һылтанма буйынса алдан теркәлергә тейеш.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb