Бөгөн, 13 ғинуарҙа, Башҡортостан Республикаһы үҙенең данлыҡлы улын – беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты һуңғы юлға оҙатты. Хушлашыу тантанаһы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте.
Матәм сараһы башҡорт милли музыка ҡоралы – ҡурай моңо аҫтында үтте. Билдәле булыуынса, әңгәмәләренең береһендә Мортаза Ғөбәйҙулла улы: «Хушлашыу тантанаһында бер генә музыка ҡоралы – ҡурайҙың ғына яңғырауын теләйем», - тигәйне.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы ҡурайсыларҙың Мортаза Рәхимовҡа бәйле хәтирәләрен яҙып алды.
Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Биксурин:
- Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре тураһында хәстәрлек күргәне өсөн Мортаза Ғөбәйҙулла улына ныҡ рәхмәтлемен.
Мин үҙем 40 йәшкә тиклем тиерлек ғаиләм менән ятаҡта йәшәнем. Польшала гастролдәрҙә булғанда, Президентыбыҙҙың отставкаға китеүе хаҡында ишетеп, торлаҡ алыуға өмөттө юғалттым. Әммә ҡайтҡас, Мортаза Ғөбәйҙулла улың үҙ вазифаһынан китер саҡта миңә өс бүлмәле фатир бүлеүе тураһында әйттеләр.
Беҙ, мәҙәниәт кешеләре, хис-тойғоларыбыҙҙы ижад аша белдерәбеҙ. Кисә Руслан Ниғмәтовтың «Эх, Мортаза...» йырын яҙҙырып, социаль селтәргә ҡуйҙым: https://vk.com/azat1975?w=wall58604632_4326%2Fall.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин:
- Мортаза Ғөбәйҙулла улы Өфө сәнғәт училищеһы эргәһендә йәшәне. Класта дәрестәр ваҡытында йыш ҡына шундай күренеште күҙәтә инек: президентыбыҙ иртәнсәк саф һауала йөрөргә сыға ла, беҙҙең класс тәҙрәләре аҫтына туҡтап, ҡурай моңон тыңлай торғайны.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы ҡурай моңон яратты һәм йәш ҡурайсылар хаҡында хәстәрлек күрҙе. Ул училищебыҙҙың ҡурай класы студенттарын мөһим сараларҙа ҡатнашырға йыш саҡыра торғайны. Мәҫәлән, 2007 йылда Конгресс-холды асыу тантанаһында һәм 2008 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путинды Өфөлә ҡаршы алғанда сығыш яһаныҡ. Президент йәштәрҙе тиң күреп аралашты. Беҙҙең менән ҡул биреп күрешеүе ҙур ышаныс өҫтәгәйне.
Йылдар үткәс кенә мин, йәш ҡурайсыларға иғтибар биреп, Мортаза Ғөбәйҙулла улың ҡурайҙы данлауын, уның үҫеше өсөн нигеҙ һалыуын һәм донъя кимәлендә республика мәҙәниәтен күрһәтә алырлыҡ профессионалдар тәрбиәләүен аңланым.
Мортаза Рәхимовтың вафат булыуы тураһындағы хәбәр бөтә республиканы ҡайғыға һалды. Ул төндә мин йоҡлап китә алманым, уның идара итеү дәүере, изге эштәре тураһында күп уйландым. Иртән эшкә килгәс тә, күңелдәге һағыш бер тында көй булып ағылып сыҡты. Мин уны хеҙмәттәштәремә уйнап ишеттерҙем, һәм беҙ шунда уҡ көйҙө яҙҙырып, интернетҡа һалдыҡ. Музыканың исеме юҡ ине, тыңлаусылар уны шунда уҡ “Башҡорт халҡының бөйөк улына” тип атаны: https://vk.com/id50898553?z=video50898553_456239635%2Fc00b207af923a2ab61%2Fpl_wall_50898553.
Нурзиә Хәсәнова.