В Уфе продолжается Международный фестиваль тюркоязычных театров «Туганлык»

В Уфе продолжается Международный фестиваль тюркоязычных театров «Туганлык»

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестиваленең икенсе көнө «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина, Я.Пулинович инсц., реж. — А.Абушахманов) спектакле буйынса фекер алышыу менән башланып китте. Ул «Урал Тау» («Атола») ҡунаҡханаһының конференц — залында уҙҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театры спектаклен эксперт советы рәйесе Борис Морозов (Мәскәү), советтың ағзалары –Андрей Ястребов (Мәскәү), Сәниә Ҡабдиева (Ҡаҙағстан), Татьяна Джурова (Санкт-Петербург), Нияз Игламов (Татарстан), Галина Вербицкая (Өфө) фекер алыштылар.

14:00 сәғәттә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Төрки телле театрҙар һәм мәҙәниәттәр диалогы» Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Һәм ошо ваҡытта ла Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Бәләкәй залында эксперт советы рәйесе – Рәсәй Армияһы театрының художество етәксеһе, режиссер, театр педагогы, актер, халыҡ артисы Борис Морозов менән ижади осрашыу үтте.

Кис көнө сәғәт етелә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәғнәһендә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театры «Тормошмо был?..» спектаклен күрһәтте. «Тормошмо был?..» — режиссер Айҙар Заббаровтың диплом эше – Ғаяз Исхаҡи әҫәрҙәре нигеҙендә ҡуйылған «Тормошмо был?..» спектакле – тамашасыларҙың ғына түгел, тәнҡитселәрҙең дә иғтибарын яулаған сәхнә әҫәре: ул «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театраль премия-фестиваленә алты номинацияла дәғүә итте.

В Уфе продолжается Международный фестиваль тюркоязычных театров «Туганлык»
В Уфе продолжается Международный фестиваль тюркоязычных театров «Туганлык»
В Уфе продолжается Международный фестиваль тюркоязычных театров «Туганлык»
В Уфе продолжается Международный фестиваль тюркоязычных театров «Туганлык»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb