22 июндән Башҡортостанда вакцинация тураһында сертификатһыҙ музей, кинотеатр, китапхана һәм концерт залдарына инергә ярамай. Киләһе аҙнанан ҡағиҙәләр тағы ла ҡәтғиләшәсәк.
Үткән аҙнала республика етәксеһе Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индергәйне. Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 22 июндән бина эсендә физкультура һәм спорт сараларын үткәреү, мәҙәниәт йорттары, кинотеатр, музей, күргәҙмә залдарына махсус сертификатһыҙ инеү мөмкин түгел. Йәғни, прививка эшләргә ярамау һәм лаборатор тикшереүҙәр һөҙөмтәләре хаҡында белешмә күрһәтеү мотлаҡ.
29 июндән был талап туҡланыу өлкәһе, матурлыҡ салондары, мунса, фитнес-клуб, бассейн һәм башҡаларына ҡағыласаҡ. Шулай уҡ йәмәғәт автотранспортына һәм «Орлан» ҡала яны поезына тик сертификат менән генә инеү мөмкин буласаҡ. Төбәктә шулай уҡ битлек режимын үтәүгә һәм социаль дистанция һаҡлауға контроль көсәйтелде.
Бынан тыш, республикала йәшәүселәргә 2 июлгә тиклем халыҡ күпләп йыйылған урындар, парктар, скверҙар һәм аллеяларҙа йөрөүҙән тыйылып торорға кәңәш ителде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирусҡа ҡаршы прививканы поликлиникаларҙа һәм сауҙа үҙәктәрендәге мобиль пункттарҙа яһатырға мөмкин. Республикала бөтәһе 178 вакцинация пункты эшләй.