«Фольклориаданы ябыу тантанаһы «Ғүмер ағасы. Йәш быуынға мөрәжәғәт» тип атала. Беҙҙе тамырҙарыбыҙ берләштерә. Фольклорҙы белмәйенсә тороп, артабан үҫешә алмайбыҙ, быны онотмаҫҡа тейешбеҙ. Киләсәк быуынға мөрәжәғәт менән ике капсула эшләү күҙаллана. Был мөрәжәғәттә быйылғы Фольклориадала ҡатнашҡан барлыҡ илдәрҙең вәкилдәре үҙ ҡултамғаһын ҡалдыра. Бер капсула — CIOFF ойошмаһына, икенсеһе Милли музейға тапшырыла», — тине министр.
Ябыу тантанаһында Фольклориада флагын Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә тапшырыуҙары ихтимал. Әммә, был мәсьәлә аҙағынаса хәл ителмәгәнлектән, флаг CIOFF ойошмаһына тапшырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3-10 июлдә Башҡортостанда Фольклориада ойошторола. Һуңғы мәғлүмәт буйынса, фестивалгә 38 ил вәкиле килә, бөгөн Непал ансамбленең килә алмауы тураһында билдәле булды. Бер нисә йыл әҙерлек эше алып барылған байрамда 85 ил ҡатнашырға тейеш ине. Ләкин эпидемиологик хәлгә бәйле уларҙың һаны ике тапҡырҙан ашыуға кәмене.
Тәүге чартерҙар Өфөгә 1 июлдә иртән үк килә, уларҙың береһе — Панама коллективы әле Мәскәүҙә. Фольклориадала Рәсәй исеменән атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы — Пензанан «Вензеля» бейеү ансамбле сығыш яһай.