Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Мәскәүҙә Милли әҙәбиәттәр йорто булдырыласаҡ

Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Мәскәүҙә Милли әҙәбиәттәр йорто булдырыласаҡ

Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Мәскәүҙә Милли әҙәбиәттәр йорто булдырыласаҡ. «Российская газета» баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Горький исемендәге Әҙәбиәт институты уның нигеҙе булып торасаҡ. Мәсьәлә 2017 йылдың 31 мартына тиклем ентекләп өйрәнелергә тейеш, был эшкә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев менән Мәскәү мэры Сергей Собянин яуаплы итеп тәғәйенләнгән.

Милли әҙәбиәттәр йортоноң күҙәтеү советын үҙ теләге буйынса Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Кәримов етәкләйәсәк, тип күҙҙалана.

Уҙған йылдың 2 декабрендә илебеҙҙең баш ҡалаһында уҙған Мәҙәниәт һәм сәнғәт, Рус теле буйынса советтар ултырышы йомғаҡтары буйынса Президенттың йөкләмәләр исемлеге раҫлана. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә юғары уҡыу йорттарын дәүләт тарафынан 2016 йылда өлгәшелгән финанслау кимәлен Хөкүмәткә быйыл да һаҡлап ҡалырға ҡушылған.

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт яғынан яҡлау һәм һаҡлап ҡалыу, мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәһен контролдә тотоу һәм күҙәтеү ойоштороу мәсьәләләрен ижтимағи берләшмәләр ҡатнашлығы менән Мәҙәниәт министрлығы тикшерергә тейеш. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса ҡануниәтте һәм хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын камиллаштырыу буйынса Министрҙар кабинетына тәҡдимдәр индереләсәк.

2021 йылда Достоевскийҙың 200 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса тәҡдимдәрҙе 15 апрелгә Рәсәй Хөкүмәте менән берлектә Кремль хакимиәтенә әҙерләргә йөкмәтелгән.

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/946363/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb