Яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе Әнүр Вахитовтың тыуыуына – 90 йыл

Яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе Әнүр Вахитовтың тыуыуына – 90 йыл

Бөгөн Башҡортостан йәмәғәтселеге яҙыусы, әҙәбәт белгесе, филология фәндәре кандидаты, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты Әнүр Вахитовты иҫкә ала.

Әнүр Хисмәт улы Вахитов 1932 йылдың 20 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Туғай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Атаһынан етем ҡалғас, тормош йөгөнә иртә егелергә тура килә уға.

Һуғыш осороноң ауырлыҡтарына ҡарамай, буласаҡ яҙыусы уҡыуын дауам итә һәм 1951 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлай. Унан Толпар ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. Бер йыл Өфөләге «Октябрь натнскыһы» типографияһында корректор булып эшләй.

1953 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә.

1962—1964 йылдарҙа Әнүр Вахитов СССР Фондар академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡый.

1965 йылда «Хәҙерге башҡорт романы» тигән темаға диссертация яҡлай — филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә ала.

1963 йылда уйың «Салауат күпере» исемле тәүге хикәйәттәр китабы донъя күрҙе. Унан «Ҡайын суҡтары» (1966) тигән хикәйәләр йыйынтығы, «Шәжәрә» (1969), «Эпик киңлектәрҙә» (1968), «Таланттың асылы» (1972), «Ижади портреттар» (1970), «Офоҡтар киңәйгәндә» (1979), «Зәйнәб Биишева ижады» (1980), Валитов менән берлектә, «Шиғриәт шоңҡары" (1984) исемле хикәйәт һәм тәнҡит мәҡәләләре, башҡорт совет прозаһы үҫеше проблемаларына арналған китаптары сыға. Бынан тыш, рус телендә «Башкирскнй советский роман» (1978), «Жанр и стиль башкирской прозе» (1962) тигән китаптары, «Яҡты күңел» (1981), «Сейәлетүбә» (1985) исемле проза йыйынтыҡтары нәшер ителә.

Әнүр Вахитов ваҡытлы матбуғат биттәрендә лә йыш сығыш яһай, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша — байтаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһына етәкселек итә, «Ағиҙел» журналының редколлегия ағзаһы була.

Ошо көндәрҙә Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының тифлонәшриәт бүлегендә Әнүр Вәхитовтың «Шәжәрә» китабы донъя күрҙе, ул башҡорт телендә рельефлы-нөктәле шрифт менән баҫылған. Китапта автор экспедиция ваҡытында табылған башҡорт телендәге боронғо китап хаҡында бәйән итә.

Техник эшкәртеү процесынан һуң баҫма махсус китапхананың республика ҡалаларындағы филиалдарына тапшырыласаҡ.

Яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе Әнүр Вахитовтың тыуыуына – 90 йыл
Яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе Әнүр Вахитовтың тыуыуына – 90 йыл
Яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе Әнүр Вахитовтың тыуыуына – 90 йыл
Яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе Әнүр Вахитовтың тыуыуына – 90 йыл
Яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе Әнүр Вахитовтың тыуыуына – 90 йыл
Яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе Әнүр Вахитовтың тыуыуына – 90 йыл

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb