Яңауылда Башҡортостандың иң яҡшы гармунсылары билдәләнде

Яңауылда Башҡортостандың иң яҡшы гармунсылары билдәләнде

27 майҙа Яңауыл ҡалаһында Фәтих Иҡсанов исемендәге «Моңға бай гармун байрамы» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл ижади бәйгелә Башҡортостандың 20 районынан һәм алты ҡалаһынан, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Свердловск өлкәһенән иллеләгән солист, 20 ансамбль ҡатнашты.

- Был байрамдың Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында үткәрелеүе әһәмиәтле. Проект һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға булышлыҡ итә һәм халыҡ ижадын һөйөүсе төрлө быуын вәкилдәренең аралашыу майҙансығы булып тора, - тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, шулай уҡ ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы исеменән сәләмләне.

- Яңауыл ерендә беҙ ун беренсе тапҡыр талантлы гармунсыларҙы асыҡлайбыҙ. «Моңға бай гармун байрамы» республикала уҙған мәҙәни саралар араһында айырым урынды биләй, сөнки ул күңелдәрҙе моңландырып ҡына ҡалмай, халыҡ кәсептәрен һаҡлап ҡалыуға ла булышлыҡ итә, - тине Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов.

Конкурсты ябыу тантанаһында Фәтихә Иҡсанованың ҡатыны Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы һәм ҡыҙы Айһылыу Фәтих ҡыҙы ҡатнашты.

Гран-приға һәм ҡиммәтле бүләк –Тула гармунына –  Руслан Мөхәмәҙиев (Яңауыл ҡалаһы), Шамил Вәлиев (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) һәм «Кумыл» халыҡ гармунсылар ансамбле (Ҡалтасы районы) лайыҡ булды.

Өфө районынан Илгиз Вәлиев һәм Саҡмағош районынан Фликс Яҡупов солистар араһында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.

Ансамблдәр араһында Балтас районының «Моң» ансамбле (етәксеһе Шәфҡәт Фәрхуллин) һәм Тәтешле районының «Йәдкәр» халыҡ инструменталь ансамбле (етәксеһе - Марат Саҙретдинов) I урынды яуланы.

Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы - Стәрлетамаҡтан Шамил Вәлиев (9 йәш), иң өлкәне  Туймазы ҡалаһынан Йәмил Хәсәнов (94 йәш) булды.

Фәтих Ихсанов халыҡ сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, тальян гармунда оҫта уйнаусыларҙы һәм халыҡ музыка ҡоралдарын эшләүсе оҫталарҙы асыҡлау оҫтөндә эшләгән, Башҡорт дәүләт филармонияһында тәүге профессиональ фольклор төркөмдәренең береһе «Йәдкәр”ҙе ойошторған, башҡорт оҙон көйҙәренән генә торған уникаль концерт ҡуйған, төрлө халыҡтарҙың көнкүреш традицияларын профессиональ сәхнәгә сығарған.

Гармун байрамының ойоштороусылары - Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге.

Яңауылда Башҡортостандың иң яҡшы гармунсылары билдәләнде
Яңауылда Башҡортостандың иң яҡшы гармунсылары билдәләнде
Яңауылда Башҡортостандың иң яҡшы гармунсылары билдәләнде
Яңауылда Башҡортостандың иң яҡшы гармунсылары билдәләнде
Яңауылда Башҡортостандың иң яҡшы гармунсылары билдәләнде
Яңауылда Башҡортостандың иң яҡшы гармунсылары билдәләнде
Яңауылда Башҡортостандың иң яҡшы гармунсылары билдәләнде
Яңауылда Башҡортостандың иң яҡшы гармунсылары билдәләнде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb