2021 йылдың сентябрь айына БР Милли музейы һәм Ырымбур өлкә музейы өр-яңы күргәҙмә әҙерләй. "Дала: боронғо архетиптар күҙлегенән ҡатын-ҡыҙҙар донъяһы" күргәҙмәһе бары тик боронғолоҡтоң ҡатын-ҡыҙҙарына арналасаҡ.
Әлегә ойоштороусолар күргәҙмә тулы булһын өсөн визажист, стилист, психолог, фотограф, ҡатын-ҡыҙҙар табибы һәм педиатр эҙләй. Ҡыҙыҡһыныусыларҙы Өфө һәм Ырымбурҙың уртаҡ ҡыҙыҡлы музей проектында ҡатнашырға саҡыралар.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 927 326 14 17 - Рида Русланова.