5 декабрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Ятаған" этно-төркөмө "Быуаттар аша музыка" исемле яңы программа тәҡдим итә.
Төркөм булдырылғандан алып уның маҡсаты - рухи ҡиммәттәрҙе тейешле жанрҙар һәм композициялар аша тамашасыларға еткереү. Тере музыкаль башҡарыу һәм тере тауыштар - былар барыһы ла концерт программаһында!
Концерттың махсус ҡунаҡтары: Зилиә Бәхтиева, Иҙел Аралбаев, Рәмис Хәкимов.
Тамаша 17 сәғәттә башлана.