Ырымбур өлкәһендә «ТЫУҒАН ЯҠТАРЫМДАН ЕЛДӘР ИҪӘ» исемле башҡорт телендә шиғырҙарҙы яттан һөйләүселәрҙең онлайн-конкурсы бара. Уның ойоштороусылары – Ырымбур өлкәһенең мәғариф министрлығы, БР халыҡтар дуҫлығы йорто, Ырымбур өлкәһенең башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге.
Сара башҡорт телен өйрәнеү һәм һаҡлап ҡалыу мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү, үҙ халҡының мәҙәниәтенә һәм традицияларына хөрмәт тәрбиәләү, телде өйрәнеү мәсьәләһенә ата-әсәләрҙе йәлеп итеү, шулай уҡ уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу маҡсатында үткәрелә.
Онлайн-конкурста Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәр саҡырыла. Бының өсөн 25 авгусҡа тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресына заявка һәм видеояҙма ебәрергә кәрәк.
Конкурстың йомғаҡтары 27 августа БР халыҡтар дуҫлығы йорто сайтында билдәле буласаҡ.
Бөтә һорауҙар буйынса ошо телефон буйынса мөрәжәғәт итергә: 8-987-056-22-84.