М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театры гастролдәре 9-12 сентябрҙә уҙа.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры сәхнәһендә ырымбурҙар дүрт спектакль күрһәтәсәк. Өсәүһенең ҡуйыусы режиссеры - элекке йылдарҙа Башҡорт дәүләт драма театрынә етәкселек иткән Рәсәйҙең халыҡ артисы Рифҡәт Исрафилов. Ошо көндәрҙә уға 80 йәш тулды.
9 сентябрь - А.С. Пушкиндың "Капитан ҡыҙы" әҫәре буйынса спектакль. Уҙған миҙгелдә ул бер юлы ике сараның – "Шымкент - Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең мәҙәни баш ҡалаһы" программаһы сиктәрендә “Театраль баш ҡала – 2020” һәм Орел ҡалаһында уҙған "Рус классикаһы" театр фестивалдәре лауреаты булды.
10 сентябрҙә - Ярослава Пулиновичтың " Земля Эльзы" романтик мелодрамаһы.
11 сентябрҙә - М. Камолеттиҙың "Боинг-Боинг" комедияһы, Александр Федоров ҡуйған.
12 сентябрҙә - Лопе де Веганың “Собаак на сене” комедияһы.
Быйыл М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театры 165 йыллығын билдәләй. Уның Өфөлә гастролдәре Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының "Ҙур гастролдәр" төбәк-ара программаһы сиктәрендә уҙа.