Башҡорт эпостарын башҡарыусы сәсән, Ғафури районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенең Красноусол ауылындағы халыҡ театры режиссеры Илһам Байбулдинға “Рәсәй күңеле” премияһы тапшырылды. Тантаналы сара ошо көндәрҙә Дәүләт Кремль һарайында уҙҙы.
Илһам Байбулдин – Ғафури районындағы сағыу исемдәргә бай нәҫел вәкиле. Ул шулай уҡ ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, дөңгөр кеүек музыка ҡоралдарын эшләү оҫтаһы булараҡ билдәле.
Әйткәндәй, был премия 2006 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән барлыҡҡа килә һәм халыҡ йолаларын һаҡлау, уларҙың үҫтереү йүнәлешендәге оҙайлы, уңышлы хеҙмәт өсөн биш номинация – халыҡ музыкаһы, халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, йолаға әүерелгән халыҡ мәҙәниәте, халыҡ оҫтаһы – буйынса тапшырыла. Ошо йылдар эсендә 200-ләгән кеше премияға лайыҡ булған. 2020 йылдан күләме 500-әр мең һум булған биш премия тапшырылып килә.
Лауреаттарға лайыҡлы наградаларҙы Рәсәй Халыҡ ижады йорто директоры В.Д. Поленова, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылының ойоштороу комитеты ағзаһы Тамара Пуртова тапшырҙы.
Сара беренсе тапҡыр үткәрелгән Милли оркестрҙар фестивале сиктәрендә ойошторолдо. Кремль сәхнәһендә илебеҙҙең 15 төбәгенән иң шәп музыкаль коллективтар ҡатнашты. Улар араһында Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры ла бар ине.