Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамы тамамланды. Сара билдәле ҡурайсы, фольклорсы, БАССР-ҙың халыҡ артисы һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғ. Сөләймәновтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналды. Ҡурай байрамын тантаналы ябыу тантанаһы 14 майҙа Октябрьский ҡалаһының Ҡала мәҙәниәт йортонда үтте.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләне.
«Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамында ихлас сәләмләйем.
Ике тиҫтә йылдан ашыу үткәрелгән был уникаль байрам милли брендты популярлаштырыуға, башҡарыу традицияларын, ғаилә ижады йолаларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә лайыҡлы өлөш булды. Күренекле музыкант, педагог Ғата Сөләймәновтың 110 йыллыҡ юбилей йылында ҡурай байрамында ҡатнашыу айырыуса оло әһәмиәткә эйә.
Ғата Сөләймәнов классик башҡарыу традицияһын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Уның «Ҡурай» методик китабы әле лә һәр ҡурайсының иң төп уҡыу әсбабы булып һанала.
Ҡурай моңо бөтә халыҡтарҙың йөрәктәрен берләштерһен һәм дуҫлыҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ тойғоһон уятһын тигән теләк менән үткәрелә Был матур байрам.
Ошо сарала ҡатнашыусылар киләсәктә лә беҙҙең милли уйын ҡоралыбыҙҙы данлар, бай традицияларыбыҙҙы үҫтерер тип ышанам. Барығыҙға ла яңынан-яңы ижади ҡыуаныстар, сәләмәтлек, уңыштар теләйем! Байрам менән!», - тиелә республика Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү хатында.
Әминә Шәфиҡова ҡурайҙың Башҡортостан халыҡтары өсөн символик әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Ҡурай символ булараҡ үҙе тирәләй башҡорт халҡының традицияларын ихтирам итеүселәрҙе һәм һаҡлаусыларҙы йыя. Ҡурай тажы республика гербында һәм флагында һүрәтләнгән. Элекке кеүек үк, ул ата-бабалар иҫтәлеген һәм Башҡортостандың күп милләтле халҡының дуҫлығын һынландыра”, – тине министр.
«Был иҫ киткес байрам йыл һайын йәш музыканттарҙан алып тәжрибәле оҫталарға тиклем йөҙҙәрсә ҡатнашыусыны йыя. Ҡурай — башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы, уның ғорурлығы һәм бай тарихының сағылышы», — тине Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев.
2022 йылғы Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамының гран-приһы Тәфтизан Зәйнышевҡа (Учалы) тапшырылды.
I дәрәжә лауреаттары: Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат-мәктәбенең Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле (Өфө), Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Аслаев И. Р., Баймаҡ районы), «Яйыҡ» халыҡ ҡурайсылар ансамбле (Учалы ҡалаһы), Рөстәм Хәбиров (Туймазы ҡалаһы), Иршат Дауытов (Ғафури районы), Айнур Собханғолов (Фёдоровка районы), Вилдан Дәүләтбирҙин (Өфө ҡалаһы).
Быйыл Ҡурай байрамы Башҡортостандың 19 районы һәм 12 ҡалаһынан һәм Силәбе өлкәһенән 334 ҡурайсыны йыйҙы. Конкурста бөтәһе 93 солист һәм 22 ижади коллектив ҡатнашты. Иң йәш ҡатнашыусы – Сибайҙан 8 йәшлек Арыҫлан Хәсәнов, иң олоһо — Баймаҡ районынан 65 йәшлек Риф Ҡәйепҡолов.
Конкурс жюриһы ағзалары: БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 2005 йылда Республика ҡурай байрамының Гран-при еңеүсеһе, Башҡортостандың дәүләт наградаһы — Григорий Аксаков ордены кавалеры Мөхәмәт Тулебаев; Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов; Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 2001 йылда Республика ҡурай байрамы еңеүсеһе Рәмзин Әбсәләмов; Сибай сәнғәт училищеһының ҡурай класы буйынса юғары категориялы уҡытыусыһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтова исемендәге республика ҡурайсылар конкурстары еңеүсеһе, 2010 йылда Республика ҡурай байрамының гран-при яулаусыһы Нурғәле Кейекбирҙин; З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыкология кафедраһы доценты, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, 2012 йылда Республика ҡурай байрамының гран-приһын яулаусы Венер Йылҡыбаев; Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге мөдире, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, жюриҙың яуаплы секретары Эльвира Әхмәтйәнова.
Республика ҡурай байрамы тәүге тапҡыр 2001 йылда Октябрьский ҡалаһында үтте. Ул ЮНЕСКО-ның башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыу традицияларын үҫтереү, йәштәр араһында иң һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау программаһы сиктәрендә ойошторолдо. Проект милли музыка ҡоралы – ҡурайҙы пропагандалауға һәм танытыуға, башҡарыу традицияларын һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә, ғаилә ижады традицияларына булышлыҡ итеүгә һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте ойоштороусылар булып тора.