Ғәскәровсылар Луганск ҡалаһында сығыш яһаны

Ғәскәровсылар Луганск ҡалаһында сығыш яһаны

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сираттағы ижад миҙгелен Луганск филармонияһында асты. Бейеүселәр «Беҙҙең йортобоҙ – Рәсәй» тип аталған программа менән урындағы филармония сәхнәһендә сығыш яһаны.

Донбасс тамашасыһына улар үҙҙәренең иң сағыу бейеүҙәрен тәҡдим итте. Программа һуңында Луганск халҡын ансамбль етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзир Байегетов сәләмләне.

Тамашасыға рәхмәт белдереп ул Башҡортостан вәкилдәренең Донбасс ерендә хеҙмәт фронтында ла ең һыҙғанып эшләүен билдәләне. Донбастсы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткән данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һәм уның ҡаһарман командиры генераль-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһында һөйләне.

Ғәскәровсылар Луганск ҡалаһында сығыш яһаны
Ғәскәровсылар Луганск ҡалаһында сығыш яһаны

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb