Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең етәксеһе үҙгәрҙе. 5 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ижади коллективтың яңы етәксе менән таныштырҙы. Ул - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзир Байегетов.
Нәзир Нияз улы Байегетов Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында тыуған, Сибай ҡалаһында үҫкән. Учалы сәнғәт училищеһын, Мәскәү дәүләт мәҙәниәт интитутын тамамлаған. Быға тиклем ул Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең ижади эштәр буйынса директор урынбаҫары булған. Былтыр "Йәш йөрәктәр" башҡорт бейеүен ҡуйған.
Ансамблдең элекке директоры Алмас Сәйетов күптән түгел БР мәҙәниәт министры урынбаҫары тип тәғәйенләнде.