"Башҡортостан" дәүләт концерт залы "Ҙур республиканың бәләкәй киноһы" фестиваль-конкурсында ҡатнашыу өсөн видеороликтар ҡабул итеү тураһында иғлан итә.
Фестивалгә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан тәбиғәт, мәҙәни, тарихи һәм туристик объекттарҙың байлығы һәм төрлөлөгө, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының билдәле кешеләре һәм иҫтәлекле урындары тураһында бәйән иткән видеороликтар ҡабул ителә.
Фестиваль Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында уҙғарыла.
Фестиваль-конкурста ҡатнашыуға заявка формаһы һәм уны үткәреү тураһында положение һылтанма буйынса бирелгән.