Уҙған шәмбелә Өфөлә легендар "Дәрүишхан" төркөмөнөң концерты үтте. Альберт Ғәббәс төркөмдө элекке музыканттары һәм яңы солистары менән сәхнәгә сығарып, ҙур тамаша ойошторҙо.
Тамашасы көтөп алынған концертҡа эркелеп килде, төркөмдөң онтолмаҫ йырҙарын артистарға ҡушылып йырланы. "Эх, Зөлфиә!" һәм "Нисек барһың, тик шулай бул" йырҙарын "дәрүишхандар" концерттан һуң тамашасы һорауы буйынса ҡабаттан башҡарҙы.
Үткәндәргә күҙ һалһаҡ, төркөм бынан 30 йыл элек билдәлелек яулай. 1991 йылдың 27-28 февралендә уҙған "Урал моңо" фестивалендә йыраҡ Хәйбулла районынан саҡырылған һәм быға тиклем билдәһеҙ булған "Дәрүиш-хан" төркөмө Гран-при яулай. 2005 йылда, төркөмдөң солисы Дим Мәннән 35 йәшендә вафат булғас, коллектив тарҡала. 2019 йылда ул яңынан тергеҙелә һәм концерттарҙа сығыш яһай. 4 декабрҙәге тамаша яңыртылған төркөмдөң беренсем айырым концерты булды.
""Урал моңо"нда ҙур бүләк - тотҡаһыҙ "Soni" магнитолаһы бүләк иттек. Ә артистарҙың концерттан һуң ҡайтырға аҡсалары булмаған, шуға ла Октябрь проспектына тиклем йәйәү атлағандар. Уларҙың ҙур сәхнәгә юлы шулай башланды. Ә инде 1999 йылда, ул саҡта Республика халыҡ ижады үҙәге директоры вазифаһында, "Дәрүиш-хан" төркөмөнә яңы аппаратура менән йыһазландырылған студия төҙөп, егеттәрҙе эшкә урынлаштырып, бөтәһенә лә Йәштәр бульварындағы ятаҡтан айырым бүлмәләр биреүгә өлгәштек. Альберт менән беҙ йыш күрешәбеҙ, йәш саҡтағы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрәбеҙ", – тип ураҡлашты социаль селтәрҙә Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.
Халыҡ әле лә "Дәрүишхан" төркөмө башҡарған йырҙарҙы яратып тыңлай һәм концерттарына ла ихлас йөрөй.