Ҡариҙел районының үҙәк китапханаһы башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә

Ҡариҙел районының үҙәк китапханаһы башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә

Ҡариҙел үҙәк район моделле китапханаһы "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә ойошторолғайны. Ул  "Минең Башҡортостаным" виртуаль видео-энциклопедияһында "Башҡортостан халыҡтарының балалар уйындары" номинацияһында ҡатнашты.

Ҡариҙел ҡалаһының 2-се урта мәктәбенең 2а класс уҡыусылары уҡытыусы Рәфиҙә Аҙнасурина менән "Йәшерәм яулығым" башҡорт халыҡ уйынын тәҡдим итте

"Халыҡ уйындары тыуған төйәккә, туған телгә, йолаларға һөйөү тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Шуныһы ҡыуаныслы: башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә мәктәптәр генә түгел, ауыл китапханалары ла булышлыҡ итә ", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рәфиҙә Ғәнил ҡыҙы.

Яҙманы ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин:https://cloud.mail.ru/stock/9AbcR5DAXwzsfp9nuUes1S77.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Минең Башҡортостаным" виртуаль видео-энциклопедияһын БР Мәҙәниәт министрлығы БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә ойошторҙо. Уның маҡсаты һәм бурысы - Башҡортостандың тарихи мираҫына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, китапханалар эшмәкәрлегенең инновацион тәжрибәһен өйрәнеү һәм ғәмәлгә индереү, моделле китапханалар эшенең формаларын һәм алымдарын киң йәйелдереү.

Виртуаль видео-энциклопедияға оҫталыҡ дәрестәре, флешмобтар, челлендждар, виртуаль экскурсиялар, яҙыусылар менән онлайн-осрашыуҙар, театрлаштырылған уҡыуҙар яҙҙырылған роликтар инә. Видеороликтарҙың йөкмәткеләре: яҙыусылар, шағирҙар, Башҡортостан рәссамдары, Башҡортостандың ғаилә йолалары, милли аш-һыу, тыуған яҡ тәбиғәте, балалар өсөн халыҡ уйындары, шулай уҡ Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме өлөштәре.

Ҡариҙел районының үҙәк китапханаһы башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb