Ҡурай моңо Севастополдә һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә яңғыраны

Ҡурай моңо Севастополдә һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә яңғыраны

9 июндән 13-нә тиклем Ҡырым Республикаһында Башҡортостан Республикаһының Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең гастролдәре уҙа. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау йылы сиктәрендә ойошторолған турне биш ҡаланы үҙ эсенә ала. Улар – Ялта, Севастополь, Евпатория, Белогорск, Симферополь.

9 июндә «Беҙҙең дөйөм йортобоҙ – Рәсәй!» концерт программаһын тәүгеләрҙән булып Ялта тамашасылары күрҙе. А.П. Чехов исемендәге Ялта театры сәхнәһендә ғәскәровсылар татар, ҡалмыҡ, алтай, мордва, рус бейеүҙәрен һәм Фәйзи Ғәскәровтың «Зарифа» һәм «Ете ҡыҙ» башҡорт бейеүҙәрен башҡарып, Рәсәйҙең мәҙәниәтенең төрлөлөгөн күрһәтте.

10 июндә ғәскәровсылар Севастополь ҡалаһында сығыш яһаны. Ансамблдең матбуғат секретары Элиза Сынбулатова һүҙҙәренсә, ҡала буйлап экскурсия ваҡытында артистар батҡан караптарға ҡуйылған һәйкәл эргәһендә туҡтай һәм һәләк булған яугирҙәрҙе хөрмәтләп иҫкә ала. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәбир Аралбаев, һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә арнап, милли уйын ҡоралы ҡурайҙа халыҡ көйөн башҡара.

Бөгөн, 11 июндә, коллектив Евпатория ҡалаһында сығыш яһай, ә 12 июндә, Рәсәй көнөндә, Белогорск районында концерт күрһәтәсәк.

Гастролдәр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында уҙа.

Ҡурай моңо Севастополдә һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә яңғыраны
Ҡурай моңо Севастополдә һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә яңғыраны

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb