Башҡортостандың халыҡ артисы, данлы ҡурайсы Рушан Биктимеров алтын юбилейын билдәләй! 6 февраль Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк ғүмер байрамына ул бар тамашасыларын саҡыра.
Ҡурай сәнғәтенә 30 йыл ғүмерен бағышлаған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рушан Биктимеров республика, Рәсәй төбәктәре, донъя ҡитғалары буйлап бихисап концерттарҙа башҡорт ҡурайын данлаған музыкант. Уның башҡарыуында халыҡ көйҙәре, композитор әҫәрҙәре, донъя классиктары музыкаһы юғары профессиональ кимәлдә һәм тик Рушанға ғына хас үҙенсәлекле, хисле яңғырай, тамашасы күңелен әсир итә, хәтерҙә һаҡлана.
Тынғыһыҙ ижадсы Рушан Биктимеров ҡурайҙың тарихтан килгән халыҡсанлығын һаҡлау менән бер рәттән, эстрадала заманса яңғырауын булдырыу теләге менән яңы проекттар өҫтөндә эшләй, төрлө идеялар менән янып йәшәй, сәнғәткә фиҙәҡәр хеҙмәт итә. Тырыш, маҡсатлы, ныҡышмал музыкант тәҡдиме һәм әүҙем эшәкәрлегендә был миҙгелдә филармонияла «Ҡурай. Йыр. Моң» исемле яңы эстрада төркөмө эш башланы.
Юбилей кисәһендә сәхнәләш дуҫтары: яңы төҙөлгән төркөм артистары – Әлфиә Юлсурина, Радик Вәлмөхәмәтов, Хәлит һәм Илшат Фәтиховтар, Зарина Солтангилдина, Венера Рәхмәтуллина һәм башҡа эстрада артистары ҡатнаша.
Концертта Рушандың бай репертуарынан «Урал», «Буранбай», «Сибай» кеүек халҡыбыҙҙың үлемһеҙ көйҙәре, шулай уҡ баян һәм оркестр өсөн эшкәртелгән әҫәрҙәр яңғыраясаҡ.
Филармонияның танылған Эстрада джаз оркестры (етәксеһе Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ҡасимов) менән әҙерләнгән яңы музыкаль композициялар уйнап ишеттерәсәк ҡурайсы.
Концерттың режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Франгизә Илбәкова.
Башлана сәғәт киске 7-лә.
Йәш сикләүе: 12+.