Ҡәнзәфәр бейҙең 500 йыллығына арналған саралар теҙмәһе Благовар районында дауам итте

Ҡәнзәфәр бейҙең 500 йыллығына арналған саралар теҙмәһе Благовар районында дауам итте

Баштирмә ауылы халҡы Благовар районы шағирҙары менән осрашты. Сара Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм Ямаҡай ауылы мәҙәниәт йорто менән берлектә ойошторолдо.

Осрашыуҙы үҙәктең баш белгесе Г.Х. Әхмәтшина асты. Ул Ҡәнзәфәр бей, уның башҡорттарҙың Рәсәйгә ҡушылыуына индергән өлөшө, мең ырыуҙары, Баштирмә ауылы тарихы тураһында ентекле һөйләне. Белгестең әйтеүенсә, ауылдың ысын атамаһы — Башҡорт Тирмәләре.

"Ул райондың иң боронғо ауылдарының береһе, ҫыбы-мең башҡорттары үҙәге. Заманында Баштирмәнән Моталлап, Һарайлы-Моталлап, Күсем, Үрге, Түбәнге, Урта Хәжәт ауылдары айырылып сыҡҡан. 7-се ревиз мәғлүмәттәре буйынса, ауыл Өфө өйәҙенең старшина Дауыт-Әхмәр Ҡорбанғолов командаһындағы 8-се башҡорт кантоны составына ингән. 167 (ир-егеттәр — 85, ҡатын-ҡыҙҙар — 82) аҫаба башҡорт йәшәгән, тип теркәлгән", - тип аңлатты Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы.

Артабан Баштирмә халҡы һүҙ алды. Шамил Рәжәпов, Фәниә Ибраһимова ауыл тормошо, ҡыҙыҡлы кешеләре, арҙаҡлы шәхестәр менән иҫтәлекле осрашыуҙар тураһында хәтирәләрен һөйләне.

Урындағы шағирҙар тыуған төйәк тураһындағы шиғырҙарын уҡыны. Флүр Әбдрәҡиповтың Баштирмә ауылына арналған шиғыры барыһының да күңеленә хуш килде. Рәхимә Ямалетдинова, Айһылыу Ҡарасуринаның моңло йырҙары, Ҡәҙриә Ибраһимованың дәртле бейеүҙәре сараға тағы ла йәм өҫтәне.

Ҡәнзәфәр бейҙең 500 йыллығына арналған саралар теҙмәһе Благовар районында дауам итте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb