Үрге Этҡол ауылының моделле китапханаһы башҡорт милли биҙәүестәренә арналған тура эфир үткәрҙе

Үрге Этҡол ауылының моделле китапханаһы башҡорт милли биҙәүестәренә арналған тура эфир үткәрҙе

«Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында булдырылған Ишембай районы Үрге Этҡол ауылының моделле китапханаһында «Тамырҙарға ҡайтыу» башҡорт мәҙәниәте сәғәте уҙҙы.

Сарала «Ете ҡыҙ» оҫталар төркөмө ағзалары Сәриә Ғәбитова, Айгөл Кәримова, Гөлгөнә-Ғәйшә Мәмбәтова ҡатнашты. Тура эфир барышында ҡунаҡтар ҡатын-ҡыҙҙарҙың боронғо биҙәүестәре хаҡында һөйләне.

Оҫталар күкрәк биҙәүестәренең төрлөлөгөн күрһәтте, селтәргә башҡорт мифологияһының тәрән фәлсәфәһе һалыныуы хаҡында һөйләне. Халыҡ ышаныуҙары буйынса, кешенең йәне ҡалҡан биҙе тирәһендә урынлаша, шуға күрә күңелгә изге көстәр ебәрер өсөн муйын тирәһенән асыҡ урын ҡалдырырға кәрәк, ә ҡара көстәрҙән һаҡланыр ҡөсөн түш тирәһен мәрйендәр, тәңкәләр менән биҙәү яҡшы.

Тура эфирҙан һуң теләгән һәр кем башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен тотоп һәм кейеп ҡараны.

Тура эфирҙың яҙмаһын ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://vk.com/id353426037?z=video353426037_456239236%2F4f735d082c6efd67e7%2Fpl_wall_353426037.

Үрге Этҡол ауылының моделле китапханаһы башҡорт милли биҙәүестәренә арналған тура эфир үткәрҙе
Үрге Этҡол ауылының моделле китапханаһы башҡорт милли биҙәүестәренә арналған тура эфир үткәрҙе

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb