Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Үзбәкстан Республикаһында йәшәүсе ватандаштар менән осрашыу йомғаҡтары буйынса төҙөлгән бойороғон үтәү маҡсатында рәсми делегация Башҡорт йәмәғәт мәҙәни үҙәгенең 30 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнаша. Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Баҙранов етәкселек итә.
Сәфәр барышында делегация Үзбәкстандың Әлишер Науаи исемендәге Милли китапханаһында булды һәм ике республиканың Милли китапханалары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ярашлы башҡорт телендә китаптар тапшырҙы. Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Баҙранов, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге БР Милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев ҡатнашты. Башҡортостан вәкилдәрен Үзбәкстан Милли китапханаһы директоры урынбаҫары Нәсибә Холдорова ҡаршы алды.
Үзбәкстан китапханаларының фонды Башҡортостан әҙәбиәте, сәнғәте, мәҙәниәте, фәне һәм тарихына арналған баҫмалар менән тулыланды. Бүләк ителгән китаптар араһында етешәр томлыҡ «Башҡортостан» энциклопедияһы, «Башҡорт халҡының тарихы», этнография буйынса китаптар, башҡорт авторҙарының рус һәм башҡорт телдәрендәге әҫәрҙәре.
Сәфәр сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы шулай уҡ Хәҙрәти-Имам дини комплексы етәкселеге менән осрашты, унда башҡорт телендәге изге «Ҡөрьән Кәрим» китабын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан делегеацияһы 19 июндә Ташкент ҡалаһында уҙған Һабантуйҙа ҡатнашты.