17 майҙа Ташкент ҡалаһында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең 30 йыллығына арналған тантана үтте. Сарала үҙәк рәйесе Ринат Гуляев, Үзбәкстан Министрҙар кабинеты ҡарамағындағы Сит илдәр менән милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм дуҫлыҡ бәйләнештәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Азамат Тошев, Үзбәкстан Республикаһындағы Рәсәй Федерацияһының ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Олег Малгинов ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ултырышта ҡатнашыусылар алдында сәләмләү телмәре менән сығыш яһаны.
"Осраҡлыҡтар осраҡлы түгел, һәм нәҡ Башҡортостан делегацияһы Үзбәкстанға килгән йылда Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенә 30 йыл тула. Кисә үткән концерт "Башҡортостан-Үзбәкстан. Йөрәктән – йөрәккә" тип аталды, сөнки башҡорттар менән үзбәктәрҙең уртаҡ төрки тамырҙары бар. Беҙ бер-беребеҙгә аңлайышлы телдәрҙә һөйләшәбеҙ. Башҡортостан етәкселеге һәм республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән Үзбәкстан Республикаһы Хөкүмәтенә башҡорттарға яҡшы шарттар булдырылған өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәм. Ватандаштарыбыҙ туған телдә һөйләшә һәм бөгөн дә үҙ мәҙәниәтен һаҡлай ала. Бында һоҡланғыс төркөмдәр эшләй, йырлай, бейей. Кеше өсөн иң мөһим нәмә — уның рухи талаптары", — тине Әминә Шафиҡова.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Ташкенттағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенә изге теләктәрен еткерҙе һәм ижади коллективтар етәкселәренә, үҙәктең әүҙемселәренә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырҙы.
Байрам концерт программаһы менән дауам итте, унда үҙәктең ижади коллективтары — «Һандуғас» йыр төркөмө, «Йәшлек» бейеү ансамбле, Үзбәкстан дәүләт филармонияһы солисы Фирүзә Хәлдәрова һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡортостан дәүләт филармонияһы солистары — БР-ҙың атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин, Рәфис Сирусин, Гөлшат Ғирфанова, Радмир Хәсәнов, Алиса Йомағәлиева һәм Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәзилә Билалова ҡатнашты.
Белешмә өсөн: Үзбәкстанда 30 меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Ташкентта Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт милли-мәҙәни үҙәге 1990 йылдың июнендә ойошторола һәм милли телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙеү һәм үҫтереү маҡсатында башҡорттарҙың беренсе йәмәғәт берекмәһе булып, ошо йүнәлештә ҙур эш алып бара, башҡорт халҡының бай фольклор мираҫын өйрәнеүгә һәм танытыуға ҙур иғтибар бүлә.