19 июндә Һамар өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙың оло йыйыны үтте. Сара Һамар губернияһының 170 йыллығы һәм Һамар өлкә башҡорттары ҡоролтайына 25 йыл тулыуға бағышланды.
Осрашыу Ташбулат ауылында башланды. Был ауылдан билдәле тарихи шәхестәр - Ғөбәй Дәүләтшин, Ғәббәс Дәүләтшин, Хәмзә Дәүләтшин һәм Ғөбәй Дәүләтшиндың йәмәғәте, яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина сыҡҡан. Ауылды данлаған йәмәғәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә арналған стела асылды. Тантанала Һамар өлкәһе губернаторы хакимиәтенән Надежда Осипова, Һамар өлкәһе Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре, Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты.
Йыйындың төп майҙанында Һамар өлкәһенең Оло Чернигов, Оло Глушица һәм башҡа райондарына ҡараған башҡорт ауылдарының тирмәләре ҡуйылды. Бында шәжәрәләр күргәҙмәһе ойошторолдо, милли ярыштар үтте, сарман әҙерләү кеүек Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттарының боронғо кәсептәре күрһәтелде.
Байрам сараларынан тыш, йыйында Һамар башҡорттарының мәҙәниәтен һәм тарихын һаҡлауға арналған түңәрәк өҫтәл үтте.