Әминә Шафиҡова "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы буйынса сертификат тапшырҙы

Әминә Шафиҡова "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы буйынса сертификат тапшырҙы

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Бөрйән районында Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетының күсмә ултырышында ҡатнашты. Сара барышында министр «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы хеҙмәткәре Фәнис Үтәбаевҡа «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 1 миллион һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Дөйөм алғанда, был программа буйынса түләүҙәргә һуңғы ике йылда музейҙың өс белгесе эйә буған.

Фәнис Үтәбаев сығышы менән Бөрйән районынан, хеҙмәт юлын Сибай филармонияһында башлаған. Ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайтҡас, кире ситкә китергә йыйынмай. Уның коллегалары – 2023 йылда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһында ҡатнашыусылар Гүзәлиә Сафина һәм Нәркәс Әбүбәкирова ла Бөрйән районына махсус рәүештә «Шүлгәнташ» музейына күсеп барған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса 2021 йылда эшләй башланы. Программаны тормошҡа ашырыу барышында уға 105 миллион һум бүленгән. Аҡсаны 150 белгес алды, улар араһында 75 мәҙәни-ял итеү учреждениелары хеҙмәткәре, 63 балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусыһы, 4 китапхана хеҙмәткәре, 8 музей белгесе. Уларҙың уртаса йәше – 29.

2025 йылдан Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы федераль бюджет иҫәбенә киңәйтеләсәк. Был ауылға йәмғеһе 74 профилле белгесте йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Фото: Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенең матбуғат хеҙмәте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb