Әминә Шафиҡова «Геройҙар уҙышы»нда ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы

Әминә Шафиҡова «Геройҙар уҙышы»нда ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Башҡортостандың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренең “Геройҙар уҙышы”нда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ведомство командаһына Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

БР Мәҙәниәт министрлығынан был уҙышта социомәҙәни эшмәкәрлек бүлеге начальнигы Ирек Иманғәлин етәкселегендә алты кеше ҡатнашты. Улар «Мәҙәни кешеләр» исеме аҫтында сығыш яһаны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған ялдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы командаһы Шишмә районының «Патриот» паркында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһындағы «Геройҙар уҙышында» ҡатнашты. Сара Физкультурниктар көнөнә арналды һәм 109 команданы йыйҙы.

Уҙыш 17 төрлө  ҡаршылығы булған үҙенсәлекле трассала үтте. Ярышта ҡатнашыусылар һыу ҡаршылығы, бейек диуарҙар, ауыш ҡоймалар, ер аҫты тоннелдәре аша үтте.

– «Геройҙар уҙышы» татыу коллективыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ берләштерҙе. Коллегаларыбыҙҙың яҡшы физик торошон күреү бик ҡыуаныслы. Бындай саралар матур йолаға әүерелергә тейеш. Киләһе уҙышҡа ныҡлап әҙерләнергә кәрәк, - тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Башҡортостан Республикаһындағы «Геройҙар уҙышы» трассаһы «Патриот» хәрби-патриотик паркының ҙур проектының бер өлөшө булып тора, бөгөн ул Рәсәйҙә иң заманса, күп функциялы һәм оҙон трасса һанала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb