Әминә Шафиҡова республикала уҙасаҡ төп мәҙәни ваҡиғалар тураһында һөйләне

Әминә Шафиҡова республикала уҙасаҡ төп мәҙәни ваҡиғалар тураһында һөйләне

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә «Мәҙәниәт өлкәһендә халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек тураһында» темаһына доклад менән сығыш яһаны. Әминә Ивний ҡыҙы яҡын арала Башҡортостанда уҙасаҡ халыҡ-ара һәм төбәк-ара мәҙәни ваҡиғалар тураһында һөйләне һәм 2021-2022 йылдарҙа мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштарҙы билдәләне.

- Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының эшмәкәрлеге мөһим әхлаҡи-рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыуҙа һәм алға этәреүҙә айырым мәғәнәгә эйә. Беҙҙең тарафтан булдырылған Артистар агитбригадалары хәрби уҡыуҙар үткәрелгән урындарҙа сығыш яһай, ә 11 октябрҙә Республика көнө уңайынан биш ҡалала концерттар уҙасаҡ. 26-сы сентябрҙә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле 83-сө ижад миҙгелен Луганск ҡалаһында асты,- тине Әминә Шафиҡова.

11 октябрҙә Өфө ҡалаһының Совет майҙанында «Геройҙар ваҡыты» Беренсе Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар фестиваленең финалы уҙа.

- Патриотик йырҙар фестивале илебеҙҙең 28 төбәгенән 425 ҡатнашыусыны берләштерҙе. Был фестиваль мотлаҡ рәүештә Республиканың брендына әйләнәсәк,- тине мәҙәниәт министры.

25 октябрҙә Башҡортостан “Еңеү сиктәре” Төбәк-ара патриотик фестивален ҡабул итәсәк. Сара программаһында фәнни-ғәмәли конференция һәм Башҡортостан һәм Сыуаш Республикаһы сәнғәт оҫталарының концерты ҡаралған.

24 һәм 26 октябрҙә Мәскәүҙә һәм Өфөлә Таджикистан менән Рәсәй араһында дипломатик мөнәсәбәттәрҙе булдырыуҙың 30 йыллығы уңайынан Таджикистан мәҙәниәте көндәре үтәсәк.

26 октябрҙә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында Таджикистан сәнғәт оҫталаларының концерты уҙасаҡ. Шулай уҡ йыл аҙағына тиклем Өфөлә Донецк дәүләт опера һәм балет театрының сығыштары көтөлә.

- Гастролдәр халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлектә төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора, - тип билдәләне Әминә Ивний ҡыҙы һәм иң сағыу гастролдәр хаҡында һөйләне.

Былтыр Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәйҙең 50 ҡалаһында һәм биш сит илдә сығыш яһаны. Быйыл Рәсәйҙең биш төбәгендә гастроль турҙары үтте. Шулай уҡ ансамбль Белоруссияла “Славян баҙары” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты.

2022 йылдың апрелендә Өфөлә “Донбасс” Дәүләт йыр һәм бейеү академия һәм Ф.Ғәскәров ансамблдәре берлегендә дөйөм концерт үтте.

2021 йылда Мәскәү ҡалаһындағы П.И. Чайковский исемендәге Концерт залында беренсе тапҡыр Башҡортостандың Милли симфоник оркестрының концерты уҙҙы. Оркестр шулай уҡ Екатеринбургта һәм Татарстан Республикаһы ҡалаларында сығыш яһаны. 18 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ ҡоралдары оркестры шулай уҡ беренсе тапҡыр илдең төп концерт майҙаны – Кремль һарайында сығыш яһаны. Туймазы дәүләт татар драма театры Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында үткән «Abish Alemi» халыҡ-ара театр фестивалендә 2-се урынды яуланы һәм “Иң яҡшы ир-егет роле өсөн” дипломға лайыҡ булды.

- Ике йыл эсендә Рәсәй төбәктәрендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт ойошмалары үткәргән сараларҙы 553 мең самаһы, ә сит илдәрҙә 140 меңдән ашыу тамашасы ҡараған,- тип билдәләне Әминә Ивний ҡыҙы.

Башҡортостандағы мәҙәни ойошмаларҙың Яҡын сит илдәр менән хеҙмәттәшлек ептәре лә нығый. 2021 йылдың декабрендә Башҡортостан делегацияһының Белоруссияға рәсми эш сәфәрендә хеҙмәттәшлек хаҡында дүрт килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шундай уҡ килешеүҙәр быйыл Үзбәкстандың мәҙәни ойошмалары менән төҙөлдө.

2022 йылда музейҙар хеҙмәттәшлеге өлкәһендә Башҡортостандың Милли музейы Донецк Халыҡ Республикаһының Г.Я. Седов исемендәге музейы һәм Ҡаҙағстан Республикаһының Милли музейы менән килешеү төҙөнө. Был килешеүҙең һөҙөмтәһе булып Өфөлә Ҡаҙағстан Милли музейы фондының “Алтын кешенең донъя музейҙары буйлап сәйәхәте” тип исемләнгән күргәҙмәһе ойошторолдо. Луганск крайҙы өйрәнеү музейы һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се һанлы Петровск белем биреү мәктәбе БР-ҙың Милли музейынан 112-се Башҡорт авалерия дивизияһы командирының наградалары күсермәһен алды, шулай уҡ әлеге ваҡытта генерал-майор М.М. Шайморатовҡа арналған күргәҙмә комплексы Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына оҙатыуға әҙерләнгән.

Апрелдә Башҡортостандың, Беларусь һәм Донецк Халыҡ Республикаларының фәнни берләшмәләре ҡатнашлығында “Нацизмһыҙ донъя өсөн” (“За мир без нацизма”) тип исемләнгән Халыҡ-ара коференция үтте. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә йәшәүсе ватандаштарыбыҙҙы мәҙәни ихтыяждарын тәьмин итеү маҡсатынан башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса күп эштәр алып барыла. 2022 йылда төрлө төбәктән килгән башҡорт ғаиләләре “Өлгөлө ғаилә” асыҡ республика конкурсында ҡатнашты.

Быйыл Рәсәйҙең алты төбәгенән: Ханты-Манси автономия округы – Югранан, Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан 60 бала “Тамырым – башҡорт” төбәк-ара балалар һәм үҫмерҙәр форумында ҡатнашты. Форум һөҙөмтәһендә дүрт уҡыусы Республика инженер лицей-интернатына һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға ингән.

2022 йылда Һамар өлкәһенең Большеглушицкий районы Большая Глушица ауылында башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, билдәле ғалим Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл асылды. Быйыл Һабантуйҙар Рәсәйҙең 12 төбәгендә, шулай уҡ Белоруссия Республикаһының Гродно ҡалаһында һәм Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта үтте. Байрамдарҙа бөтәһе 700 мең кеше ҡатнашҡан. Шулай уҡ Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербург ҡалаларында ла һабантуйҙар үтте, сараларҙа 350 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb