Өфө әҙиптәре Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина һәм Айҙар Хөсәйенов Ф.Искәндәр исемендәге халыҡ-ара премия лауреаттары булды, тип хәбәр итә «Культура» гәзите. Жюри ҡарары 21 декабрҙә Рус ПЕН-үҙәгендә иғлан ителде.
«Гөлсирә Ғиззәтуллинаның мин тәржемә иткән хикәйәләре абруйлы халыҡ-ара конкурста лайыҡлы юғары баһа алыуына бик шатмын. Бүләкләү көнөндә Боголюбов исемендәге китапханаға хәҙерге рус әҙәбиәте вәкилдәре йыйылды. Беҙ, башҡорт әҙиптәре, республикабыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе лайыҡлы күрһәттек. Был бәйләнештәр бик мөһим, айырыуса ошо ауыр заманда», — тине яҙыусы, шағир һәм тәржемәсе Айҙар Хөсәйенов.
Башҡа лауреаттар: «Проза» категорияһында — Санкт-Петербург яҙыусыһы Александр Мелихов, «Шиғриәт» — Мәскәү ҡыҙы Наталья Лясковская, «Балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте» — Виктория Татур (Мәскәү өлкәһе) һәм Павел Кренев (Мәскәү), «Киносценарий һәм драматургия» — актриса һәм драматург Наталья Захарова. «Тәржемәләр»ҙең тағы ла бер лауреаты — Ҡазандан Әхәт Мушинский.
Яҙыусы Фәзил Искәндәр исемендәге премияны Рус ПЕН-үҙәге (1929 — 2016) 2016 йылдың авгусында булдырған.