Өфөлә башҡорт бейеүен башҡарыусы 3-15 йәшлек балалар араһында "Байыҡ" республика телевизион конкурсының гала-концерты уҙҙы. 2020-2021 йылдарҙа коронавирус инфекцияһы пандемияһына бәйле "Байыҡ" балалар конкурсының һайлап алыу турҙары онлайн форматта ойошторолғайны. Шулай ҙа ҡатнашыусылар Гала-концертҡа килә алды.
"Учалынан – Өфөгә, Өфөнән Сорғотҡа тиклем... Был авто- йәки велоуҙыш түгел. "Байыҡ" балалар конкурсында ҡатнашыусыларҙың географияһын тап шулай баһаларға мөмкин! Бына 14-се йыл рәттән беҙҙең конкурс Башҡортостандың төрлө мөйөшөнән ғариза ҡабул итә, меңдәрсә тамашасы йыя һәм халыҡ-ара фестиваль кимәленә үҫеп етте", - ти проект етәксеһе Рита Өмөтбаева.
Проект авторҙары был конкурста еңелеүселәр юҡ тип иҫәпләй.
"Башҡорт халыҡ бейеүҙәре бөтә донъяны үҙенең төрлөлөгө һәм ҡабатланмаҫ булыуы менән һоҡландыра. "Байыҡ" балалар конкурсы - еңелеүселәр булмаған конкурстарҙың береһе, уның еңеүселәре - күп милләтле Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен һәм тарихын һөйөүселәр ", - ти проект етәксеһе Рита Өмөтбаева.
Шулай ҙа жюри иң көслө ҡатнашыусыларҙы билдәләне. Быйыл "Байыҡ" республика балалар телевизион конкурсында яңғыҙ башҡарыусылар араһында Илвир Мырҙағәлин (Белорет районы, "Маршрут" бейеүе), дуэттар араһында Динияр Сәйфуллин менән Руслан Юлдыбаев (Ейәнсура районы, "Рекрут" бейеү) еңеүсе булды.
Иң яҡшы ансамблдәр бер нисә булды. Гран-приға "Алтынай" өлгөлө бейеү ансамбле (Әбйәлил районы, "Оҫта ҡуллы ҡыҙҙар" бейеүе), "Уралтау" балалар хореография студияһы (Учалы ҡалаһы, "Беҙҙең байрам" бейеүе), "Гөрләүек" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Күгәрсен районы, "Башҡортостан йәшлеге" бейеүе) лайыҡ булды.
Азат Буранбаев (Учалы ҡалаһы) йылдың иң яҡшы етәксеһе тип танылды.
Конкурсты ойоштороусылар - Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы, "Башҡортостан" дәүләт концерт залы.