Өфөлә «Башҡорт шәле-2022» республика фестиваль-конкурсы үтә

Өфөлә «Башҡорт шәле-2022» республика фестиваль-конкурсы үтә

1-3 декабрҙә Өфөлә «Өфө. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар-2022» республика халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе барышында  Х «Башҡорт шәле-2022» республика фестиваль-конкурсы уҙа.

Фестивалдә айырым оҫталар ҙа, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ кәсептәре предприятиелары ла ҡатнаша ала.

Программала кәзә мамығынан бәйләнгән әйберҙәр: шәлдәр, палантиндар, косынкалар йәрминкәһе, кәзә мамығынан иң яҡшы әйбер оҫталары конкурсы, бәйләнгән һәм туҡылған башҡорт шәле буйынса оҫталыҡ дәрестәре, оҫталар тураһында «Башҡорт шәле тураһында реклама роликтары» видеоматериалдар конкурсы ҡаралған.

Башҡорт шәле оҫталарының беренсе республика фестивале Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан 1992 йылда Өфөлә ойошторолған. Артабанғы күргәҙмәләр Ейәнсура районында, Күмертау ҡалаһында, Стәрлебаш районында, бер нисә йыл дауамында Өфө ҡала Мәҙәниәт һарайында үтте. 2018 йылдан башҡорт шәле фестиваль-конкурсы «Өфө. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар » күргәҙмәһе сиктәрендә уҙа.

Сара йәмғиәттә милли художество кәсебе – башҡорт дебет шәленә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, «Башҡорт мамыҡ шәле» брендын булдырыуға йүнәлтелгән.

Фестиваль-конкурсты ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы, Башҡортостан Республикаһының ҡала округтары һәм муниципаль райондары хакимиәттәре.

Ғаризалар 2022 йылдың 24 ноябренә тиклем ҡабул ителә.

Адресы: 450000, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56.

e-mail: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.

Тел/факс: 8 (347) 272-53-25, 8 (347) 272-61-44, 8-960-388-74-82.

Өфөлә «Башҡорт шәле-2022» республика фестиваль-конкурсы үтә
Өфөлә «Башҡорт шәле-2022» республика фестиваль-конкурсы үтә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb