Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов вафат булған

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов вафат булған

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы, «Байыҡ» телепроектының алыштырғыһыҙ жюри рәйесе Радмир Бәҙретдинов арабыҙҙан китте.

Радмир Бәҙретдинов 1931 йылдың 15 ноябрендә БАССР-ҙың Мәсетле районында тыуған. Күренекле мәҙәниәт эшмәкәре, халыҡтың бейеү традицияларын һаҡлаусы, башҡорт хореография бейеүенә нигеҙ һалған артистарҙың береһе. Тап ул хәҙерге көндә лә данлы Ф.Ғәскәров исемендәге ансамблдең визит карточкаһы булып торған байтаҡ бейеү образдарын тыуҙырған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып башлай. 1973 йылда Радмир Сәрүәр улы ансамблдең директоры итеп тәғәйенләнә. 1980 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты (З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) проректоры булып эшләй. 1986-2001 йылдарҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры урынбаҫары һәм баш администраторы була.  

Ҙур артислыҡ һәләте уға сәхнәлә теләһә ниндәй персонаждарҙы еңел генә уйнарға мөмкинлек бирҙе. Радмир Сәрүәр улы башҡарыуындағы һәр бейеү тамашасылар йотлоғоп күҙәткән өс минутлыҡ спектаклгә әүерелә ине. Уның сәнғәте төрлө илдәргә һәм халыҡтарға аңлайышлы булды. Ф.Ғәскәров ансамбле менән бергә ул Польшала, Вьетнамда, Монголияла, Һиндостанда, Францияла, Испанияла – бөтәһе 40-тан ашыу илдә уңышлы сығыш яһаны. Ратмир Бәҙретдинов башҡарған «Еңел баҫ!», «Йәш йөрәктәр», «Тау бөркөтө», «Өс туған» (Өлкән ағай), «Әпипә», «Тау мариҙары бейеүе» бейеүҙәре юғары башҡарыу оҫталығы өлгөһө булып тора.  

Радмир Сәрүәр улы Ф.Ғәскәров исемендәге ансамбль директоры булып эшләгән йылдарҙа үҙен коллективты берләштерә алған яҡшы ойоштороусы итеп күрһәтте. Ул ваҡытта ансамбль айҙар буйына гастролдәрҙә йөрөй – Францияла, Германияла, Испанияла һәм башҡа илдәрҙә сығыш яһай.  

Башҡортостан юлдан телеканалында барған «Байыҡ» республика телеконкурсында Радмир Бәҙретдинов 13 йыл жюри рәйесе булды, ҡатнашыусыларға үҙенең фәһемле кәңәштәрен бирҙе.  

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb